Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
08:01 (UTC+5), 08 Апрель 2013

Башҡортостан Президенты Яңауыл һөт заводының етештереү технологиялары менән танышты

Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова
«Кристалл» агрохолдингы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Яңауыл һөт заводы производствоһын киңәйтә. Май айында бында ике яңы цех эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ эремсек етештереү һәм аҙыҡ-түлекте ҡаптарға төрөү ҡорамалдары урынлаштырыласаҡ. Киләсәктә компанияла кондитер изделиеларын етештерә башлау планлаштырыла.
Шәмбе, 6 апрелдә, Яңауыл буйлап эш сәфәре барышында предприятиела Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов булды. Республика башлығы заводтың етештереү ҡеүәте һәм продукция поставкалау географияһы хаҡында ҡыҙыҡһынды.
Производство мөдире Надежда Магрупова Президентҡа хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә завод сменаһына яҡынса 25 тонна һөт ҡабул итеп эшкәртә. Йәй көнө етештереү ҡеүәте арта – бер сменала 30-35 тонна һөт ҡабул ителә.
Үткән йылда бында йәмғеһе 6305 тонна сеймал эшкәртелгән, 4000 тонна пастеризацияланған һөт, 71 тонна витаминлы һөт, 660 тоннанан ашыу һөт продукцияһы, 35 тонна май, 214 тонна эремсек етештерелгән.
Яңауыл һөт заводында сеймал базаһының яртыһынан ашыуын «Кристалл» агрохолдингының ике бүлексәһе - «Победа» һәм «Абдуллино» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре тәьмин итә. Шулай уҡ һөт Яңауыл, Борай, Ҡалтасы райондарынан килтерелә.
«Яңауыл һөтө» бренды аҫтында сыҡҡан тауарҙарҙың 40 проценты Өфөгә йүнәлтелә, ҡалған продукция Яңауыл, Борай, Ҡалтасы, Благовещен, Бөрө, Нефтекамалағы сауҙа нөктәләренә поставкалана. Продукция шулай уҡ дауаханаларға, балалар йорттарына һәм мәктәптәргә йүнәлтелә.
Бөгөнгө көндә предприятиела 70 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы айына 16075 һум тәшкил итә.
Яңауыл буйлап эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов «Магнит» сауҙа селтәренең аҙыҡ-түлек магазинында булды. Бында ул республикала етештерелгән продукцияның булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Кәштәләрҙә Яңауыл һәм Дәүләкән предприятиеларының һөт продукциялары, шулай уҡ Бәләбәй һәм Туймазы продукциялары тәҡдим ителә. Шулай ҙа, Президент билдәләүенсә, төбәктә етештерелгән тауарҙар ассортименты киң түгел.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика