Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
04:53 (UTC+5), 04 Апреля 2013

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй менән Тажикстандың хеҙмәттәшлеге буйынса халыҡ-ара конференцияла ҡатнашасаҡ

Сергей Захаров
4 апрелдә Дүшәнбе ҡалаһында II Рәсәй менән Тажикстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге буйынса халыҡ-ара конференция асыла. Уның эшендә дәүләт власы органдары етәкселәре, бизнесмендар, ғилми интеллигенция, Рәсәй һәм Тажикстандың эксперттар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан исеменән форумда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Руслан Мирсаяпов сығыш яһаясаҡ.
Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияла Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған Тажикстан менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшереләсәк.
Түңәрәк өҫтәлдәр менән бер рәттән иҡтисади һәм гуманитар проекттарҙың презентациялары үткәреләсәк, ойошма һәм предприятиеларҙың, бизнес-берләшмәләрҙең күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Конференция сиктәрендә ике яҡлы документтарға ҡул ҡуйыу планлаштырыла.
— 2012 йылда Башҡортостан менән Тажикстан араһында сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә үҙ-ара килешеп эш итеү динамикаһы ыңғай булды. Өфөлә Тажикстандың генераль консуллығы үҙ эшен дауам итә, ул илдең 14 субъекты менән эшләй. Тажикстан менән Башҡортостан араһындағы тауарҙар әйләнеше 12 миллион долларҙан ашыу тәшкил итә һәм әлеге ваҡытта был күрһәткесте яҡшыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Шулай уҡ социаль һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, студенттар менән алмашыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлеге сәфәр беҙҙең республика менән Тажикстан араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам, - тине Руслан Мирсаяпов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика