Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге авария хәлендәге һәм иҫе йорттарҙың ҡайһы берәүҙәре
мәҙәни мираҫ объекттары булып тора, шуға күрә уларҙы һүтеү планлаштырылмай. Өфө Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығының перспективалы үҫеш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Галина Чиглинцева хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта һүҙ бындай объекттарҙан граждандарҙы күсереү һәм, территорияларҙы планлаштырыу буйынса документацияға ярашлы, уларҙы заман талаптарына ярашлы итеп ҡайтанан профилләштереү йәки ҡулайлаштырыу хаҡында бара.