Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:22 (UTC+5), 22 Марта 2013

Башҡортостан торлаҡ төҙөү күләме буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инде

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда 2012 йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡты сафҡа индереү динамикаһы насар түгел. 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, үҫеш 10 процент тәшкил иткән.
— Бындай темптар уртаса Рәсәй кимәленән ике тапҡырға юғарыраҡ – республика был күрһәткес буйынса Рәсәй субъекттары араһында ете алдынғы төбәк иҫәбенә инде һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында тора, - тине Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында республика Хөкүмәтенең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап.
Шул уҡ ваҡытта, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика бер кешегә иҫәптә халыҡтың торлаҡ менән тәьмин ителеше буйынса әлегә тик алтмышынсы урындарҙа килә.
— Торлаҡ, айырыуса социаль йорттар етешмәй. Күп кеше ипотекаға торлаҡ һатып ала алмай, - тине Президент.
Республикала яҡынса 25 миллиард һумға ипотека кредиты бирелгән, 2011 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 1,6 тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта кредиттар ҡиммәтләнгән. Әгәр ҙә бер йыл элек кредитты уртаса 11,9 процент менән алып булһа, ағымдағы йыл башына ҡарата ставка 12,7 процентҡа тиклем артҡан.
Әҙ тәьмин ителгән граждандарҙың, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юлдарының береһе – ул ҡуртымға бирелеүсе торлаҡ төҙөү, тип иҫәпләйҙәр Башҡортостан Хөкүмәтендә. Әлеге ваҡытта 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән тейешле республика программаһы әҙерләнә.
Рөстәм Хәмитов күп фатирлы торлаҡ төҙөү өсөн территорияларҙы комплекслы үҙләштереү бурысын ҡуйҙы.
— Былтырҙан башлап «Яркий», «Инорс-4», «Төньяҡ-көнбайыш Затон», «Яңы Булгаков», «Максимовка» биҫтәләрендә, Баланово ҡасабаһында торлаҡ төҙөлөшө әүҙемләште, - тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Был ике миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк. Артабан Ағиҙел аръяғында торлаҡ төҙөй башлау планлаштырыла. Өс мең гектарға яҡын майҙанда 2020 йылға алты миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү ҡарала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика