Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2013, 14:36
Өфөлә йәштәр өсөн 2013 йылдың тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк
Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте 7 февралдә йәштәр өсөн ағымдағы йылдың тәүге күп профилле вакансиялар йәрминкәһен үткәрә.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан баш ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә 40-ҡа яҡын эш тәҡдим итеүсе ҡатнашасаҡ.
2012 йылда Өфөлә йәштәр, шул иҫәптән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн йәмғеһе 21 күп профилле йәрминкә ойошторолдо. Уларҙа яҡынса 440 предприятие һәм ойошма ҡатнашты, йәштәр өсөн улар 19 меңгә яҡын буш эш урыны тәҡдим итте, тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең бүлек начальнигы Ирина Турчина.
Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үткәрелә. Студенттарға уңайлы булһын өсөн ул 15 сәғәттән 17-гә тиклем эшләйәсәк.
Барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
вакансиялар йәрминкәһе
халыҡ мәшғүллеге
йәштәр
Читайте нас