06:18 (UTC+5), 25 Января 2013

Төбәктә ҡоролоҡ арҡаһында ауыл хужалығы культураларын етештереү 14,8 процентҡа кәмегән

Эльвира Латипова
2012 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығы культураларын етештереү, 2011 йыл йомғаҡтары менән сағыштырғанда, 14,8 процентҡа кәмегән. Бындай мәғлүмәт менән Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) таныштыра.
Бының төп сәбәбе ҡоролоҡ менән бәйле. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, үҫемлекселек продукцияһы күләме 36,3 миллиард һум менән билдәләнә. 2011 йыл йомғаҡтары менән сағыштырғанда, был 67,7 процент тәшкил итә. Малсылыҡ элекке кимәлдә һаҡланып ҡалған: 64,8 миллиард һум (100,2%).
Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, тармаҡта етештерелгән продукцияның 31,2 проценты - ауыл хужалығы ойошмалары, 63,4 проценты – халыҡ хужалыҡтары, 5,4 проценты крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар өлөшөнә тура килә. 2011 йылда был күрһәткестәр шул тәртиптә 33,8%, 60,2% һәм 6% тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика