Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2012, 12:13
2012 йыл башынан алып республикала 470 вакансиялар йәрминкәһе ойошторолған
2012 йылдың ғинуарынан алып ноябренә тиклем Башҡортостанда 470 вакансиялар йәрминкәһе үткәрелгән, унда 99 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Өфөлә генә был ваҡыт эсендә 62 вакансиялар йәрминкәһе ойошторолған. «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге мөдире Ирина Турчина хәбәр итеүенсә, уларҙа 1300-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан.
— 2012 йыл башынан алып беҙҙең менән ойошторолған вакансиялар йәрминкәләрендә Өфөнән эш тәҡдим итеүселәр 31 меңдән ашыу буш эш урыны тураһында мәғлүмәт тәҡдим итте. Ағымдағы йылдың 11 айы эсендә уларҙа 37 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың биш меңгә яҡыны ошо йәрминкәләр ярҙамында эшкә урынлашты, - тип хәбәр итте Ирина Турчина.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
вакансиялар йәрминкәһе
Читайте нас