Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ноябрь 2012, 11:44

Башҡортостан баш ҡалаһында эшһеҙҙәрҙең 50 проценты максималь пособие ала

Эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме 5635 һум тәшкил итә, бындай пособиены хеҙмәт биржаһында рәсми рәүештә теркәлгән өфөлөләрҙең яртыһы ала. Эшһеҙҙәрҙең 30 процентына пособиеның минималь күләме билдәләнгән, ул 977,5 һумға тиң.
— Әлеге ваҡытта эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме Башҡортостан баш ҡалаһында дүрт мең һум тәшкил итә, - тип хәбәр итте Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Николай Окунев.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 12500 вакантлы урын тураһында мәғлүмәт бар. Шул уҡ ваҡытта ундағы вакансияларҙың 40 процентының эш хаҡы кимәле 10 мең һумдан кәмерәк тәшкил итә.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас