Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
12:30 (UTC+5), 13 Ноября 2012

Өфөлә бер эшсегә дүрт вакантлы урын тура килә

Галина Бахшиева
Әлеге ваҡытта Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә иҫәптә торғандарҙың 38 проценты – юғары белемле, 25,5 проценты – урта һөнәри белемле, 15,5 проценты – башланғыс һөнәри белемгә эйә, тип хәбәр итте 13 ноябрҙә матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов.
Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң хеҙмәт баҙарында элеккесә эшсе һөнәрҙәре талап ителә. Баш ҡаланың хеҙмәт биржаһындағы мәғлүмәт базаһында эшсе һөнәрҙәре буйынса вакансиялар дөйөм вакантлы урындарҙың 84 процентын тәшкил итә.
— Өфөлә арматурасы, бетонсы, ташсы, балта оҫтаһы, маляр, иретеп йәбештереүсе, токарь, электрогазосварщик, шулай уҡ автомобиль йөрөтөүсе, кондуктор, урам һепереүсе, юл хеҙмәткәре, һатыусы, ашнаҡсы һәм кондитерҙарға ихтыяж ҙур. Бынан тыш хеҙмәт баҙарында төрлө йүнәлештәге агенттар, бала баҡсаларына тәрбиәселәр, менеджерҙар, шәфҡәт туташтары һәм инженерҙар талап ителә, - тине Рәмил Дилмөхәмәтов.
Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Николай Окунев журналистарға хәбәр итеүенсә, бер эшһеҙ өфөлөгә әлеге ваҡытта уртаса икешәр вакансия тура килә. Шул уҡ ваҡытта бер эшсегә Өфөлә дүрт вакантлы урын тура килә, тип билдәләне ул.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика