Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Ноябрь 2012, 15:41

Республиканың вакансиялар банкында 34600 буш эш урыны иҫәпләнә

2012 йыл башынан алып республиканың вакансиялар банкына 251 меңдән ашыу буш эш урыны тураһында мәғлүмәт тәҡдим ителгән. Октябрь аҙағына мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостандың вакансиялар банкында 36 мең вакансия иҫәпләнгән. Әлеге көндә унда 34600 буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар.
БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың ғинуар-декабрь айҙарында эш табыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән яҡынса 98 мең кеше мөрәжәғәт иткән. Төрлө дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү үтенесе менән был ваҡыт эсендә халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә йәмғеһе 308 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас