08:30 (UTC+5), 06 Ноября 2012

12-18 ноябрҙә Бөтә донъя эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

Любовь Колоколова
12-18 ноябрҙә бишенсе тапҡыр Бөтә донъя эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә. 100-ҙән ашыу илде үҙ эсенә алған был ҙур проект эшҡыуарлыҡ мәҙәниәтен формалаштырыуға һәм йәштәрҙең мөмкинлектәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Проектты ойоштороусылар ҙа эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһынған, идеялары һәм белемдәре менән уртаҡлашырға теләгән, эшҡыуар булыу теләге менән янған йәштәрҙе берләштереү маҡсатын күҙ уңында тота.
Аҙналыҡ сиктәрендә белем биреү учреждениеларында эшҡыуарлыҡ дәрестәре, бизнес вәкилдәре ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре, тематик конференциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһынан билдәләүҙәренсә, республикала йәштәр эшҡыуарлығына ҙур иғтибар бүленә, йәш эшҡыуарҙар - бәлкәй предприятие етәкселәре араһында йыл һайын конкурстар үткәрелә. Йола буйынса, һөнәри бәйгеләргә йомғаҡ ноябрҙә яһала. Әлеге ваҡытта II «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар – үҫеш территориялары» республика форум-күргәҙмәһенә әүҙем әҙерлек бара, сара 30 ноябрҙә Стәрлетамаҡта үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика