Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Октябрь 2012, 11:10

Башҡортостан менән Япония акрил кислотаһы һәм этилен етештереү буйынса заводтар төҙөү тураһында һөйләшеп килеште

30 октябрҙә Өфөлә республика Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Японияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тикахито Харада Башҡортостан менән Японияның хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләшеүҙәр үткәрҙе. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Японияның рәсми делегацияһы республикаға Япония һәм Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция хеҙмәттәшлеге буйынса конференцияла ҡатнашыу өсөн килгәйне.
Президент һәм Илсе ике яҡлы хеҙмәттәшлек сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ бер нисә проектты тикшерҙе. Атап әйткәндә, республикала акрил кислотаһы һәм этилен етештереү буйынса заводтар төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте.
— Тиҙҙән «Газпром Нефтехим Салауат» компанияһы өсөн акрил кислотаһы производствоһын булдырыу буйынса контрактҡа ҡул ҡуйыласаҡ. Ул беҙҙең тәүге ҙур масштаблы проект буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илсе.
Өс мөһим проект иҫәбендә ул шулай уҡ этилен етештереү буйынса заводтар төҙөүҙе атаны.
— Әлбиттә, билдәләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов. – Акрил кислотаһы производствоһын Япония компаниялары менән берлектә проектлау, төҙөү һәм файҙаланыу беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Этилен производствоһын төҙөүҙә ҡатнашыу – шулай уҡ дөрөҫ ҡарар, сөнки бөгөн Рәсәйҙә этилен етешмәй.
Шулай уҡ яҡтар Өфөлә суп-сар эшкәртеү буйынса завод төҙөү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Япония вәкилдәре фекеренсә, был проект республика өсөн иҡтисади йәһәттән генә түгел, социаль яҡтан да әһәмиәтле.
— Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса тәбиғәтте һаҡлау проекты хаҡында һүҙ йөрөткәндә, уны тормошҡа ашырыу өсөн әлеге ваҡытта финанс схема өҫтөндә эшләйбеҙ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты. – Уны федераль ресурстарҙы, Башҡортостанда эшләгән компаниялар ресурстарын, республика бюджеты средстволарын йәлеп итеү йәһәтенән ғәмәлләштереү зарур. Был хаҡта Илсе әфәнде менән һөйләштек. Әлбиттә, производствоны локалләштереү, уға Рәсәй кимәлендәге белгестәрҙе йәлеп итеү, уларҙы уҡытыу тураһында ла уйларға тейешбеҙ. Әммә быларҙың барыһын да ентекле тикшереп, дөйөм ҡарарға килербеҙ, тип уйлайым.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала Япония бизнесмендары өсөн иң уңайлы шарттар булдырыласаҡ.
Тикахито Харада, үҙ сиратында, төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн күп көс һалырға әҙер булыуы хаҡында әйтте.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас: