Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
06:39 (UTC+5), 30 Октября 2012

Төбәктә көҙгө йәрминкәләрҙә 24 мең тоннанан ашыу йәшелсә, ит һәм бал һатылған

Галина Бахшиева
Башҡортостанда ойошторолған көҙгө йәрминкәләрҙә ауыл хеҙмәтсәндәре 24 мең тоннанан ашыу йәшлсә, ит һәм бал һатҡан. Һатылған ауыл хужалығы продукцияһының күпселек өлөшө картуфҡа тура килә. Сентябрь-октябрь айҙарында төбәктә йәмғеһе 12 мең тоннанан ашыу картуф һатылған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.
Бынан тыш, аҙна һайын үткәрелгән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә халыҡ ҡышҡылыҡҡа 5,5 мең тонна һуған, 5 мең тоннаға яҡын кәбеҫтә, кишер һәм сөгөлдөр, шулай уҡ 1,6 мең тоннанан ашыу ит һатып алған.
— 2012 йылда көҙгө йәрминкәләрҙә һатылған продукцияның дөйөм күләме үткән йыл кимәлендә ҡалған. Шул уҡ ваҡытта быйыл кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм кишергә хаҡтар былтырғыға ҡарағанда шул тәртиптә 64, 50 һәм 12 процентҡа юғарыраҡ. Һуғанға хаҡ, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 11,2 процентҡа кәмегән, ә бына картуфҡа хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалған. Балдың килограмы йәрминкәләрҙә уртаса алғанда 310 һум торған, үткән йыл менән сағыштырмаса, был 4,7 процентҡа арзаныраҡ, - тип билдәләне БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Аида Хәйруллина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йыл алдынан, 15 декабрҙән алып Башҡортостанда ит йәрминкәләре старт ала. Улар 30 декабргә тиклем дауам итә.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика