Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
10:35 (UTC+5), 22 Октября 2012

Үткән ял көндәрендә Башҡортостанда йәрминкәләрҙә 5,5 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы һатылған

Галина Бахшиева
Үткән ял көндәрендә Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 4800-ҙән ашыу сауҙа итеү урыны ойошторолдо. Дөйөм алғанда йәрминкәләр республиканың 14 районында үтте, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.
— 20 һәм 21 октябрҙә ауыл эшсәндәре 5,51 мең тоннаға яҡын төрлө ауыл хужалығы продукцияһы һатҡан. Шулай итеп, халыҡ 1967,1 мең тонна картуф, 663,5 тонна һуған, 622,6 тонна кәбеҫтә, 135,2 тонна кишер, 71,6 тонна сөгөлдөр һатып алған, - тип хәбәр итте Дәүләт комитетының матбуғат секретары Аида Хәйруллина.
Уның һүҙҙәренсә, үткән ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә картуфтың бер килограмы уртаса – 11 һум, һуған – 12 һум, кәбеҫтә – 15 һум, кишер – 15 һум, сөгөлдөр 15 һум тәшкил иткән. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, картуфҡа һәм кишергә уртаса хаҡтың кәмеүе күҙәтелә.
Бынан тыш йәрминкәләрҙә 222,8 тонна ит һатылған. Күбеһенсә халыҡ һыйыр ите һатып алған – 118,9 тонна. Уның уртаса хаҡы – килограмы өсөн 230 һум. Шулай уҡ үткән ял көндәрендә 61 тонна сусҡа ите (уртаса хаҡы – бел килограмы өсөн 190 һум), 13,9 тонна һарыҡ ите (230 һум), 9,9 тонна йылҡы ите (225 һум), 19 тонна ҡош ите (190 һум) һатылған.
Ике ял көнөндә республикала 64,9 тонна бал һатылған. Уртаса хаҡы килограмы өсөн 300 һум тәшкил иткән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика