05:34 (UTC+5), 26 Сентября 2012

Республика Президенты сүп-сарҙы эшкәртеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин
Башҡортостанда йыл һайын ике миллион тоннаға яҡын көнкүреш сүп-сары йыйыла. Шул уҡ ваҡытта төбәктә генә түгел, бөтә ил буйынса йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыл һайын уртаса 10 процентҡа арта. Был хаҡта 25 сентябрҙә республикала сүп-сар эшкәртеү мәсьәләләре һәм был йүнәлеште үҫтереү мөмкинлектәре буйынса кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
— Беҙ ҡалдыҡтар менән идара итмәйбеҙ, әлегә уларҙы йыябыҙ ғына. Халыҡ араһында ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәте түбән. Урмандарҙа – тау-тау сүплектәр. Ике мең гектарҙан ашыу ерҙе нәҡ улар биләй. Республикала бөгөн 43 ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм 2500 сүплек иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта төҙөлгән полигондар һаны һәм сифаты бик түбән. Сүплектар һанын башҡаса арттыра алмайбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Бөгөнгө көнгә республикала көнкүреш ҡалдыҡтарының ни бары 15 проценты артабан ҡулланыуға йүнәлтелә. Быға аптырарлыҡ та түгел, сөнки ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү һәм эшкәртеү бизнесы беҙҙә башланғыс хәлдә генә.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, 2010 йылдан алып Башҡортостан инвесторҙарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса 20-гә яҡын төрлө тәҡдим алған. Әммә «проекттарҙың береһе лә аҙағынаса еткерелмәне».
Әлеге ваҡытта республикала көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә 124 предприятие эшләй. Уларҙың күпселеге ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән түгел, ә тик йыйыу менән генә шөғөлләнә. Мәҫәлән, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы макулатураны – Пермь ҡалаһына, полиэтилен ҡалдыҡтарҙы Мәскәү һәм Һамарға ебәрә.
— Инвесторҙарҙың тәҡдимдәре республика бюджеты иҫәбенә ҡорамалдар һәм технологиялар поставкалауға, йәки тарифтарҙы үҙгәртеүгә ҡайтып ҡала, - тип хәбәр итте Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ольга Лаздина.
Республика биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса генераль схема әҙерләү ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары системаһы менән идара итеүгә тәүге аҙым буласаҡ. Был эш район һәм ҡала схемаларына таянып башҡарылырға тейеш. Бындай раҫланған документ, республика Президенты һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан баш ҡалаһында ғына бар.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Башҡортостанда булған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына өҫтәмә рәүештә йәнә 31 шундай уҡ объект, шулай уҡ 217 сүп-сар тейәп оҙатыу станцияһын төҙөү талап ителә.
— Ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу линиялары булған полигондар төҙөүгә күсергә кәрәк. Бынан тыш, бындай линиялар менән ғәмәлдәге полигондарҙы ла тәьмин итеү зарур. Йәнә төбәккә сүп-сар эшкәртеү буйынса кәм тигәндә өс комплекс кәрәк, - тип билдәләне Ольга Лаздина.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика