Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Сентябрь 2012, 12:53
Өфөлә эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса айлыҡ күләме 3979 һум тәшкил итә
Йыл башынан алып Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамына 17300-ҙән ашыу кеше эшкә урынлашҡан. Йәнә1800 өфөлө бөгөн хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә бушлай уҡытырға һәм ҡайтанан уҡытырға ебәрелгән.
Әлеге ваҡытта Өфөнөң хеҙмәт биржаһында рәсми рәүештә теркәлгән 7300-ҙән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. Уларҙың 6500-ҙән ашыуы эшһеҙлек буйынса пособие ала.
«Башинформ» агентлығына республиканың Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай пособиеның уртаса айлыҡ күләме 2012 йылдың тәүге туғыҙ айы эсендә Өфөлә 3979 һум тәшкил иткән. Август йомғаҡтары буйынса был күрһәткес Башҡортостан баш ҡалаһында 4022 һумға еткән.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
эшһеҙлек буйынса пособие
Читайте нас