Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Сентябрь 2012, 13:06

Башҡортостан делегацияһы «Интерра-2012» халыҡ-ара инновация форумында ҡатнаша

Башҡортостан вәкилдәре 14 сентябрҙә Новосибирск ҡалаһында асылған IV «Интерра-2012» халыҡ-ара инновация форумында ҡатнаша.
Быйылғы форумдың темаһы – «Йәшәү өсөн инновациялар». Шуға күрә сарала йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы эшләнмәләр һәм идеяларға өҫтөнлөк бирелә. «Яңы иҡтисад», «Ҡала - йәшәү өсөн», «Инновациялар территорияһы», «Инновацион үҫеш өлкәһендә сәйәсәт һәм идара итеү» форумдың төп йүнәлештәре булып тора.
«Башинформ» агентлығына «Интерра–2012» форумында ҡатнашыусы – БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының инновация бүлеге начальнигы Урал Насибуллин хәбәр итеүенсә, сара сиктәрендә Рәсәйҙең Инновацион төбәктәр ассоциацияһы Советы ултырышы үтәсәк. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов доклад менән сығыш яһаясаҡ.
Бынан тыш, республика делегацияһы кластерлы үҫеш буйынса халыҡ-ара конференцияла, шулай уҡ инновацион технологияларға һәм юғары технологиялы медицинаға арналған төрлө сараларҙа ҡатнашырға планлаштыра.
IV «Интерра-2012» халыҡ-ара инновация форумы үҙ эшен 15 сентябрҙә тамамлай.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас