Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
05:35 (UTC+5), 13 Сентября 2012

Төбәктә йыл башынан алып 510 мең тоннаға яҡын һөт һатылған

Арина Рәхимҡолова
Республикала йыл башынан алып тулайым һауым яҡынса 1,3 миллион тонна тәшкил итте. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шуларҙың 478 716 тоннаһы – ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, ә ҡалғаны шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. 2012 йылдың ғинуарынан алып 509 128 тонна һөт һатылған.
Әлеге ваҡытта көнөнә бер һыйырҙан уртаса 10,4 килограмм һөт һауыла. Һигеҙ ай эсендә иһә һәр йыйырҙан 2841 килограмм һөт һауып алынған, был үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса 265 килограмға күберәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың 11 районы һауым буйынса өс меңлек сикте уҙған. Саҡмағош районының ауыл хужалығы предприятиелары һөт етештереү буйынса төбәктә беренсе урында килә, улар ғинуарҙан алып һәр йыйырҙан 4162 килограмм һөт һауып алған.
Иң күп һөттө Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары һауып алған һәм һатҡан.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика