Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Август 2012, 11:30
Уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 1800-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим ителде
23 августа үткән вакансиялар йәрминкәһендә 2012 йылда уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн Өфө предприятиелары һәм ойошмалары 1800-ҙән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте.
— Предприятие һәм ойошмалар бихисап вакансия тәҡдим итте. Улар араһында – менеджер, офис-менеджер, инженер, табип, уҡытыусы, шәфҡәт туташы, юрист, страховкалау хеҙмәттәре буйынса консультант, мобиль элемтә операторы һәм call-үҙәк операторы. Бынан тыш, йәштәр өсөн сауҙа, дөйөм туҡланыу, сәнәғәт өлкәләрендә вакансиялар тәҡдим ителеде, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.
2012 йылда юғары, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн вакансиялар йәрминкәһендә йәмғеһе 43 эш тәҡдим итеүсе ҡатнашты.
Сарала 800 йәш белгес ҡатнашты, уларҙан 600 кеше эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеү үтте. Һөҙөмтәлә 400 кеше эшкә саҡырылды.
Йәштәр өсөн киләһе бындай сара Өфөлә 6 сентябрҙә үтә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
вакансиялар йәрминкәһе
халыҡ мәшғүллеге
йәштәр
Читайте нас