11:35 (UTC+5), 15 Августа 2012

Башҡортостан Президенты чиновниктарҙы средстволарға ярашлы йәшәргә саҡырҙы

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика чиновниктарын «аппетиттарҙы кәметергә» саҡырҙы. Был дәүләт структуралары эшмәкәрлеген финанслауға, шулай уҡ уларҙың штатын киңәйтеүгә лә ҡағыла.
— Беҙ средстволарға ярашлы йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙа барыһының да «аппетиты шәбәйеп китте». Торлаҡ, юлдар, дауаханалар, мәктәптәр, бала баҡсаларын төҙөргә кәрәклеге аңлашыла. Әммә беҙ ҡыйбат һәм сифатһыҙ төҙөйбөҙ, энергияны һаҡсыл файҙаланыу өҫтөндә насар эшләйбеҙ, - тип белдерҙе Президент 15 августа үткән БР Хөкүмәте ултырышында. Унда 2013-2015 йылдарға республиканың социаль-иҡтисади үҫеше прогнозының төп параметрҙары тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикала министрлыҡ һәм ведомстволар үҙҙәренең эшмәкәрлеген финанслауға бәйле теләктәрен саманан тыш күп белдерә, шуға күрә бындай теләктәргә сикләү индерелә. Күрһәтелгән осорға өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә төбәк башлығы республиканың идара итеү системаһын оптималләштереүҙе лә атаны.
— Беҙҙә идара итеү системаһы үтә киңәйтелгән. Ул һөҙөмтәһеҙ, ауыр эшләй. Уны көн талаптарына тап килтерәсәкбеҙ, әлбиттә. Идара итеү системаһы ябай, мөмкин тиклем арзан һәм һөҙөмтәле буласаҡ. Хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыуҙы һорамағыҙ, - тип мөрәжәғәт итте ултырышта ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов. – Министрлыҡтарҙың бөгөнгө ҙурлығы 30-40 йыл элек булғандарға тап килә, ә ҡайһы саҡта улар бер ярым-ике тапҡырға артып та китә. Бөгөн беҙ коммуникация сараларына эйә, мәғлүмәт йәмғиәтендә йәшәйбеҙ, бер министрлыҡтан икенсеһенә мәғлүмәтте тиҙ арала еткерәбеҙ, был мәғлүмәттәрҙе туплайбыҙ, бөтөнләй башҡаса эшкәртә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәр һаны артҡандан арта. Мәғлүмәтләштереү беҙгә ни өсөн кәрәк? Идара итеү хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн, - тигән фекерен белдерҙе республика башлығы.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика