Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:39 (UTC+5), 03 Августа 2012

Республика баш ҡалаһында йәштәргә 1500 вакансия тәҡдим ителде

Галина Бахшиева
Өфөлә үткән вакансиялар йәрминкәһендә йәштәргә эш тәҡдим итеүселәр менән 1500-гә яҡын буш эш урыны тәҡдим ителде. Вакантлы урындар араһында – инженер-техник белгестәр, банк хеҙмәткәрҙәре, менеджер, промоутер вазифалары, шулай уҡ эшсе һөнәрҙәре.
Бынан тыш, йәрминкәлә ҡатнашыусы ҡайһы бер эш тәҡдим итеүселәр йәштәргә эш урынында белем алыу мөмкинлеге булған специальностар тәҡдим итте.
— Йәштәр йәрминкәһендә 700 кеше ҡатнашты. Уларҙың яртыһы тиерлек эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә яҡынса 100 егет һәм ҡыҙ эшкә саҡырыу алды, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.
Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн аҙаҡҡы, «йәйге» вакансиялар йәрминкәһе 23 августа үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика