Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
09:50 (UTC+5), 18 Июля 2012

Беларусь инвесторҙары Башҡортостанда йорт һалыу комбинатын төҙөргә планлаштыра

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда Беларусь Республикаһы делегацияһы булды. Өс көнлөк визит дауамында Башҡортостан етәкселеге һәм эшлекле даирәһе менән һөйләшеүҙәр үткәрелде. Шулай уҡ ҡунаҡтар төбәктең төҙөлөш комплексы предприятиеларында булды.
Беларусь делегацияһы вәкилдәре Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин менән осрашыу үткәрҙе. Вице-премьер менән осрашыуҙа яҡтар һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге эшмәкәрлектең төп һөҙөмтәләрен билдәләне.Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса Башҡортостан – Волга буйы федераль округында лидерҙар иҫәбендә. Былтыр республикала 2,1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Беларусь Республикаһында йылына 5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлә.
Беларусь делегацияһы төҙөлөш комплексы һәм индустрияһы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, тип хәбәр иттеләр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Улар иҫәбендә - «Сода», «Салауатбыяла», «ГлавБашСтрой», «Трест КПД» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Компания Грайн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Лассельсбергер» предприятиеһы һәм «Өфө Инвестиция-төҙөлөш комитеты» муниципаль унитар предприятиеһы.
Беларусь вәкилдәре Башҡортостанда йорт һалыу комбинатын төҙөргә теләй, ҡеүәте – йылына 100-150 мең квадрат метр торлаҡ. Әлеге ваҡытта Өфө хакимиәте менән «Гомель йорт һалыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында һөйләшеүҙәр алып барыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика