06:12 (UTC+5), 04 Июля 2012

Башҡортостанда иң табышһыҙ эшмәкәрлек өлкәләре аталды

Әлфиә Шәрәфетдинова
Күсемһеҙ милеккә бәйле операциялар, аренда һәм хеҙмәттәр күрһәтеү 2012 йылдың ғинуар-апреле йомғаҡтары буйынса иң табышһыҙ эшмәкәрлек төрҙәре һанала. Был ағымдағы йылдың дүрт айында республикалағы эре һәм уртаса предприятиелар эшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләренән билдәле. Статистиктар иҫәпләүенсә, уларҙың дөйөм табышы 30,7 млрд һум тәшкил иткән – 2011 йылдағы ошо уҡ осорға ҡарата был 67 процентҡа тиң. Ошо уҡ ваҡытта зыянға эшләүсе ойошмалар өлөшө былтырғы йылдағы 23,3 проценттан 21,4 процентҡа тиклем кәмегән. 1208 предприятиеның 259-ы рентабелһеҙ эшләгән, уларҙың дөйөм юғатыуҙары 15,8 млрд һумға еткән, шуның 12,2 млрд һумы үрҙә күрһәтелгән эшмәкәрлек төрҙәренә - күсемһеҙ милек менән операцияларға, уны ҡуртымға биреүгә һәм хеҙмәттәр күрһәтеүгә тура килә. 2011 йылдың ғинуар-апреле менән сағыштырғанда зыянға эшләү күләме дөйөм алғанда 3,1 тапҡырға, йәғни 10,8 млрд һумға артҡан. «Күрһәткестәрҙе 2011 йыл менән сағыштырыу ағымдағы хаҡтарҙа тиңләштерерлек ойошмалар даирәһе буйынса башҡарылды, хеҙмәткәрҙәре 15 кешенән артмаған, бәләкәй предприятиелар иҫәбенә инмәгән ойошмалар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, банктар, страховкалау һәм бюджет ойошмалары иҫәпкә алынманы», — тип билдәләнеләр Башҡортостанстатта.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика