Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июнь 2012, 10:41
Чесноковкала яңы почта бүлексәһе төҙөлә
Өфө районының Чесноковка ауылында яңы почта бүлексәһе төҙөлә башланы. «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры советнигы Геннадий Котов был мөһим социаль объектҡа нигеҙ ташы һалды.
Әлеге ваҡытта 4000 кешене хеҙмәтләндергән бүлексә иҫке баракта урынлашҡан һәм 10 метр самаһы майҙанды биләй. Яңы элемтә бинаһы майҙаны 160 квадрат метрлыҡ айырым бинала урынлашасаҡ. Бында клиенттар барлыҡ элемтә хеҙмәттәре менән файҙалана аласаҡ, ә клиент залында махсус сауҙа зонаһы ойошторорға мөмкин буласаҡ. Операциялар башҡарыу тәҙрәһе икәүгә етәсәк, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе Башҡортостан Республикаһы идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Чесноковка халҡы яңы почта бүлексәһе хеҙмәттәренән быйыл көҙ үк файҙалана башларға тейеш, тип көтөлә.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
почта
Читайте нас