Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
12:08 (UTC+5), 21 Июня 2012

Башҡортостан Хөкүмәте менән «ИНТЕР РАО ЕЭС» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Сергей Захаров
21 июндә Санкт-Петербургта үткән иҡтисади форумда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «ИНТЕР РАО ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Борис Ковальчук биш йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙы, документ төбәк иҡтисадының энергетик һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, ҡулланыусыларҙы энергия менән ышаныслы тәьмин итеүгә, шулай уҡ республиканың артабанғы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Был хаҡта төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Атап әйткәндә, яҡтар ғәмәлдәге энергетик ҡеүәттәрҙе яңыртыу, шулай уҡ яңы энергетика объекттарын төҙөү маҡсатында Башҡортостандың энергетика комплексына инвестиция ресурстарын йәлеп итеүгә һәм уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыуға булышлыҡ итергә, шулай уҡ республикала муниципаль предприятиеларҙың электр энергетикаһы компаниялары алдындағы дебитор бурыстарын түләү графигын әҙерләргә һөйләшеп килеште. Бынан тыш, «ИНТЕР РАО ЕЭС» төркөмө компаниялары һәм Башҡортостан Хөкүмәте алыҫ киләсәккә тарифтар формалаштырыу параметрҙарын һәм шарттарын билдәләргә, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе тикшерергә ниәтләй.
— Башҡортостанда бөгөн бер нисә инвестицион проект тормошҡа ашырыла, уларҙың һәр береһе 40 мегаватҡа тиклем электр энергияһын файҙаланыуҙы күҙ уңында тота, - тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта республикалағы энергетика системаһының мөмкинлектәре сикләнгән. Шуға күрә, йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса мөмкинлектәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп, киләсәктә Башҡортостанда энергетика ҡеүәттәрен ярайһы уҡ арттырыу өҫтөндә уйларға кәрәк.
— Башҡортостан «ИНТЕР РАО ЕЭС» өсөн яңы төбәк булып тора һәм компания төбәккә активтар менән идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле ысулдарын индерергә ниәтләй, - тип белдерҙе Борис Ковальчук. – Шул уҡ ваҡытта төбәк власы менән хеҙмәттәшлек итеү, бер яҡтан – республика ҡулланыусыларын энергия менән ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итеүҙе, икенсе яҡтан, ике яҡ өсөн дә отошло шарттарҙа иҡтисад һәм электр энергетикаһы бизнесы үҫешен гарантияларға ярҙам итәсәк.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика