05:09 (UTC+5), 09 Июня 2012

Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы мәсьәләләре буйынса эш төркөмө ойошторорға ҡушты

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанда Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе мәсьәләләре буйынса эш төркөмө ойоштороласаҡ. Был эште Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтовҡа йөкмәтте.
— Беҙ әле процестарҙың нисек барыуына еңел ҡарайбыҙ (Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе сиктәрендәге – авт.), — тип белдерҙе Президент. — Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы сифатында тышҡы йоғонто килеп етеүгә бөтә хәүефтәрҙе лә кире ҡаға белер өсөн, махсус эш төркөмө ойошторорға кәрәк.
Илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенең республика иҡтисадына йоғонтоһо һөҙөмтәләре кисә Сибайҙа «Урал аръяғы-2012» инвестфорумы сиктәрендә үткән Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был килешеүҙә иҡтисадыбыҙға зыян килтереүгә һәләтле етешһеҙлектәр булыуы барыһына ла билдәле.
— Ил етәкселеге кимәлендә иҡтисадты һаҡлау саралары күрелә, шул уҡ ваҡытта беҙ был протекционизм сараларының – мәҫәлән, ауыл хужалығында — әле тулы күләмендә эшләмәүен беләбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров һүҙҙәренсә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүгә әле республикалағы хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың ете проценты ғына әҙерләнә. Уның билдәләүенсә, илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенең ыңғай һәм кире яҡтарын тикшергәндә беҙ «ниндәйҙер парадоксҡа юлығабыҙ», илдең сәйәси етәкселеге кимәлендә — был именлек һәм стратегик юҫыҡтан ҡарағанда отошло — конкуренцияға һәләтһеҙ предприятиелар юҡҡа сыға, конкурентлыҡҡа һәләтлеләре арта, әммә шул уҡ ваҡытта проблема түбәнгә - район, ҡалалар, тармаҡтар, предприятиелар кимәленә төшә, һәм уны хәл итеүҙә федераль үҙәк ярҙамына өмөт бағлап булмай. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү һөҙөмтәһендә отоласаҡ тармаҡтар иҫәбендә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы, атап әйткәндә, машиналар эшләү өлкәһен атаны:
— Автомобилдәр, станоктар, төҙөлөш техникаһы эшләү өлкәләренең юҡҡа сығыуы ихтимал, — тип белдерҙе Юрий Пустовгаров.
Һүҙҙәренә дәлил итеп ул миҫал килтерҙе: көрсөккә ярты йыл ҡалғас, 2008 йылда, баҙарға Ҡытайҙың бер тапҡыр файҙаланыусы бетон болғағыстары сыҡҡас, беҙҙең Туймазылағы завод туҡтай, әгәр шул ваҡытта уның профиле үҙгәртелмәһә, ул бөтөнләй ябылыр ине.
Башҡалар рәтендә ул аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт һәм фармакологияны ла атаны. Перспективалы тармаҡтар иҫәбендә иһә республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, атап әйткәндә, фәнни-проектлау ойошмалары үҫешен, тәү сиратта, нефть сәнәғәте өлкәһендәгеләрҙе, ИТ-тармаҡты һәм бал, хәләл продукция етештереү, тире эшкәртеү кеүек ауыл хужалығы тармаҡтарын атаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика