Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
07:54 (UTC+5), 07 Июнь 2012

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе иң ҙур экспортер булыуын тағы бер раҫланы

Любовь Колоколова
Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы предприятиеһы - «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2011 йыл йомғаҡтары буйынса федераль холдингыларҙың иң эре ун бүлексәһе исемлегенә инде.
«Эксперт-Урал» төбәк аҙналығы менән «Эксперт-Урал» аналитика үҙәге Урал һәм Көнбайыш Себер компанияларының рейтингын төҙөгәндә отчет осорондағы экспорт күләме һайлап алыуҙың төп критерийы булған. «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең экспорт күләме 14,39 млрд һум тәшкил итә, был предприятиеға 2010 йыл менән сағыштырғанда бер баҫҡысҡа күтәрелеп, алтынсы урынға сығырға мөмкинлек биргән.
Берекмәнең корпоратив коммуникациялар идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән етештерелгән двигателдәр һигеҙ илгә - Әзербайжанға, Алжир, Белоруссия, Вьетнам, Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Корея һәм Угандаға оҙатылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика