10:46 (UTC+5), 28 Мая 2012

Рөстәм Хәмитов нефтселәрҙе һәм республика халҡын Башҡортостан нефтенә 80 йыл тулыуы менән ҡотланы

Сергей Захаров
26 майҙа Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала нефть сығарыуға 80 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
Ул шулай уҡ «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең уңыш ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Юғары профессиональ һөҙөмтәләр өсөн республика Президенты «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән почетлы исемдәр бирҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
— Башҡортостан нефте Бөйөк Ватан һуғышында дошманды еңергә ярҙам иткән. Башҡортостан нефте барлыҡ был предприятиеларҙы, ҡалаларҙы, юлдарҙы төҙөргә ярҙам иткән. Башҡортостан нефте Рәсәй Федерацияһы иҡтисадына ҙур өлөш индергән, - тине Рөстәм Хәмитов.
«Башнефть» компанияһы республика иҡтисадының нигеҙе булып тора, тип билдәләне ул.
— Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дәррәү, яҡшы эшләйбеҙ. Билдәле компаниябыҙға уңыштар, уның сәскә атыуын теләйем, - тине Президент.
Рөстәм Хәмитов нефть компанияһында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы.
— Бөгөн һеҙҙән күп нәмә тора. Үҙ ҡулдарығыҙ менән «Башнефть» компанияһының киләсәген төҙөйһөгөҙ. Беҙ ҙә, әлбиттә, ярҙам итергә, һеҙҙең менән бергә булырға тырышабыҙ, һәм бергә алға табан атлаясаҡбыҙ, - тип белдерҙе республика башлығы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика