Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май 2012, 14:24

«Ҡатын-ҡыҙҙар» йәрминкәһендә 600 эш урыны тәҡдим ителде

Бөгөн Өфөлә үткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 600-ҙән ашыу буш эш урыны тәҡдим ителгән. Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә 40-лаған күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеүсе, йәмәғәт туҡланыу предприятиелары һәм ойошмалары, ҡунаҡханалар, ресторандар ҡатнашҡан.
Йәрминкәгә дөйөм алғанда 500 кеше килгән. Уларҙың 130-ы әңгәмәләшеү үткән һәм уның һөҙөмтәһендә 90-ға яҡын кеше эшкә урынлашыуға саҡырылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йыл башынан алып был ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән дүртенсе махсус вакансиялар йәрминкәһе.
Киләһе «вакантлы» йәрминкә Өфөлә 31 майға билдәләнгән һәм дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиеларға арнала.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас