11:40 (UTC+5), 19 Май 2012

«Ҙур химия – 2012» форумында ҡатнашыусылар Рәсәй Хөкүмәтенә ҙур инвестпроекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтергә тәҡдим итә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Кисә Өфөлә «Ҙур химия — 2012» халыҡ-ара форумы тамамланды. Химия тармағының хәҙерге торошон һәм индустриялағы проблемаларҙы тикшереп, унда ҡатнашыусылар тәү сираттағы бурыстарҙы үтәү өсөн башҡарма власть органдары менән тармаҡ бизнес-берләшмәһенең көсөн берләштерергә тәҡдим итте. Нефть һәм газ химияһын үҫтереү өсөн сеймал етмәүенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә – улар иҫәбендә.
2011 йылға ҡарата Волга буйы федераль төбәгендә иң кәмендә бер миллион тоннаға тиң этилен дефициты күҙәтелгән. Сеймал етмәүе арҡаһында билдәһеҙ ваҡытҡа ҡалдырылған инвестиция проекттарына йәнә бер нисә миллион тонна талап ителәсәк.
База сеймалының дефициты арҡаһында Рәсәйҙең нефть-газ химияһы тармағында ун йылдан ашыу ваҡыт дауамында химия продукттары, мономерҙар, полимерҙар һәм башҡа тауарҙар етештереү буйынса конкуренцияға һәләтһеҙ ҙур ҡеүәткә эйә булмаған бәләкәй предприятиелар ойошторола. Газ сеймалының ҙур даими сығанағы булдырылһа, тармаҡ предприятиеның сеймал базаһын тиҫтәләгән сығанаҡтан тулыландырыу кеүек һөҙөмтәһеҙ схемаларҙан баш тарта аласаҡ. Һөҙөмтәлә, эске һәм тышҡы баҙарҙа ла сеймалды эшкәртеүҙән алынған продукцияларҙың конкуренцияға һәләтлелеген һаҡлап ҡала аласаҡ, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүен иҫәпкә алғанда, был айырыуса ҙур әһәмиәт ала.
Ошоға бәйле, форумда ҡатнашыусылар РФ Хөкүмәтенә ил террриторияһында миллион тонна продукция бирәсәк бер нисә предприятие төҙөүгә йүнәлтелгән эре инвестпроекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе бойомға ашырырға тәҡдим итә. Форум резолюцияһында тап ошо тураһында әйтелә лә инде.
Сарала сеймалды эшкәртеү үҙәктәренә ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт инфраструктураһының етмәүе хаҡында ла һүҙ булды. Интенсив һәм экстенсив үҙләштереү мөмкин булған бөтөн сеймал сығанаҡтарын ҡарап, форумда ҡатнашыусылар «Ямал — Волга буйы» проектын тормошҡа ашырыуҙы 2030 йылға тиклем газ һәм нефть химияһын үҫтереү планын үтәүҙең һәм планда күрһәтелгән сеймалды артабан эшкәртеү буйынса инвестиция проекттарының төп өлөшөн ғәмәлгә ашырыуҙың төп шарты тип иҫәпләй. «Ҙур химия»ла ҡатнашыусылар «Ямал – Волга буйы» маршруты буйынса углеводород сеймалын транспортлау өлкәһендәге Башҡортостан, Татарстан республикаларының, Ямал-Ненец автономиялы округының башланғысын хупланы.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, республика өсөн яҡын аралағы иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе нефть химияһын үҫтереүҙең яңы стратегияһын эшләүгә ҡайтып ҡала. Бынан тыш, юғары квалификациялы эш урындары булдырыу буйынса һөҙөмтәле программа әҙерләргә кәрәк.
— Бәләкәй бизнестың инновациялылығы тураһында ла оноторға ярамай. Һис шикһеҙ, унан да күп нәмә тора, шуға күрә уға етди ярҙам кәрәк, — тине ул.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов билдәләүенсә, тармаҡтың күп проблемаларын дәүләттең туранан-тура ҡатнашлығында хәл итергә мөмкин.
— Форумда ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн күп файҙалы мәғлүмәт алғандыр һәм үҙҙәренең идеяларын артабанғы эштәрендә тормошҡа ашыра алыр, тип ышанам, — тип һөйләшеүгә йомғаҡ яһаны Владимир Балабанов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика