Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
84.01
+0.05
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Май 2012, 18:10

Республика Президенты «Ҙур химия» форумында сығыш яһаны

Бөгөн Өфөлә үткән II «Ҙур химия — 2012» халыҡ-ара форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Былтыр был мөһим сара тәүгә үткәрелде, ул Рәсәйҙәге һәм башҡа күп илдәрҙәге нефть химияһы баҙарында ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте, тип билдәләне ул. Бихисап йөкмәткеле доклад, фекер алышыу, орашыу булды. Форумдың профессиональ диалог алып барыу өсөн абруйлы майҙансыҡҡа әүерелеүе үтә мөһим.
— Рәсәй илдә химия сәнәғәтен үҫтереү буйынса өҫтөнлөктәр билдәләгән осорҙа был айырыуса мөһим, - тине республика башлығы. – Алдыбыҙға донъяның химия буйынса ун иң ҡеүәтле иле иҫәбенә инеү маҡсатын ҡуйып, донъя баҙарында үҙебеҙҙең урынды һәм ролде билдәләргә тейешбеҙ. Әммә беҙ әле кисергән хәл ябай түгел. Һуңғы ваҡытта химия һәм нефть химияһы продукттары баҙарының үҙәге үҫешкән илдәр яғына күсә. Был илдәр иҡтисадында нефть химияһы һәм химия өлөшө тиҫтә процент тәшкил итә. Уларҙа химия сәнәғәте йылдам үҫешә. Шул уҡ ваҡытта, сеймал, һыу һәм энергия ресурстарының күп булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәйгә донъя күләмендәге химия продукттары етештереүҙең ни бары ике проценты самаһы тура килә. Әлбиттә, был хәлде яҡшы тип атап булмай.
Һуңғы 20 йыл эсендә илдең был тармағы етди проблемаларға юлыҡты, шуға күрә Рәсәй үҫештең ҡайһы бер динамик күрһәткестәре буйынса артта ҡалды, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы нефть химияһы тармағын үҫтереү йәһәтенән Башҡортостан мөмкинлектәрен анализланы.
— Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, 2020 йылға Башҡортостан химия комплексы иҫәбенә генә 250 миллиард һумға тиклем тулайым төбәк продуктын үҫтерә алыр ине. Бөгөн яҡынса тулайым төбәк продукты – 1 триллион һум. Йәғни йәнә дүрттән бер өлөшөн беҙ химия производствоһын, химия индустрияһын үҫтереү иҫәбенә өҫтәй алыр инек. Бының өсөн беҙҙә ярайһы уҡ ҡеүәтле нефть химияһы комплексы бар.
Рөстәм Хәмитов республиканың химия һәм нефть химияһы өлкәһендәге мөмкинлектәре хаҡында иҫкә төшөрҙө. Төбәктәге химия тармағының инвестицион һәм инновацион мөмкинлектәргә эйә булыуын билдәләне. Беҙҙә квалификациялы кадрҙар, предприятиелар, академия институттары һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәре бар, тине ул. Ил һәм донъя баҙарында уңышлы конкуренция алып бара алырлыҡ юғары һөҙөмтәле химия һәм нефть химияһы комплексын булдыра алыуыбыҙҙы билдәләне.
Артабан республика башлығы тармаҡты үҫтереүгә ҡамасаулаған бер нисә проблема хаҡында әйтте. Улар араһында Президент сеймал дефицитын бөтөрөүҙе атаны.
— Волга буйы федераль округы төбәктәрендә илдәге иң эре химия эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары урынлашҡан. Илдәге нефть химияһы продукттарының яртыһын тиерлек әлеге предприятиелар етештерә. Был производствоны сеймалһыҙ ҡалдырыу мөмкин түгел. Төп сеймал сығанағы – Себерҙе Волга буйы менән тоташтырасаҡ үткәргес торба бына ни өсөн мөһим. Ул алыҫ киләсәктә - мин 5-10 йыл түгел, бәлки 30, хатта 50 йыл хаҡында һөйләйем – Башҡортостан, Татарстан, Һамар өлкәһенең нефть химияһы комплексы предприятиеларын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Әгәр үткәргес торба төҙөлһә, 2025 йылға округтың өс эре предприятиеһы - «Нижнекамск нефтехим», «Газпром нефтехим Салауат», Яңы Куйбышев нефть химияһы компанияһы – йылына кәм тигәндә 8 миллион тонна сеймал ҡулланасаҡ. Әлбиттә, производство ла үҫешәсәк. Алда һанап үтелгән төбәктәрҙең өс предприятиеһы нигеҙендә 70 меңгә тиклем яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Икенсе проблема – нефть химияһы производствоһын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу һәм яңыртыу. Тармаҡтағы инновацион процестарҙы быйылғы форумдың төп темаһы итеп билдәләнек. Һәм һеҙ был мәсьәләләрҙе түңәрәк өҫтәлдәрҙә ентекле тикшерәсәкһегеҙ әле.
Нефть химияһы секторына яңы технологиялар индереүҙе көтәбеҙ. Был йәһәттән ғилми-тикшеренеү институттарына – фәнгә иҫәп тотабыҙ. Беҙҙең форум сиктәрендә республика, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең алдынғы тикшеренеү һәм проектлау институттары үҙҙәренең һуңғы ҡаҙаныштарын һәм эшләнмәләрен тәҡдим итәсәк.
Өсөнсө мәсьәлә - тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү. Шунһыҙ яңы производстволар асыу йәки булғандарын яңыртыу буйынса бер мәсьәләне лә хәл итеп булмаясаҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, республикала асыҡлыҡ мөхитен, бизнесты яҡлау буйынса һөҙөмтәле система булдырабыҙ. Инвесторҙарға, һалымдар буйынса барлыҡ ташламалар менән файҙаланып, Башҡортостан Республикаһында бөтөнләй икенсе планда эшләргә мөмкинлек биргән яңы ҡануниәт булдырҙыҡ. Бынан тыш, инвестиция инфраструктура булдырабыҙ: Үҫеш корпорацияһы һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы уңышлы эшләй. Инвесторҙарға ярҙамға йәнә бер инструмент – Инвестиция фонды бар: быйыл ул яҡынса 400 миллион һум тәшкил итәсәк. Былтыр төп капиталға инвестициялар, 5,5 процентҡа артып, яҡынса 200 миллиард һумға етте. Был һанды 250-300 миллиард һумға тиклем арттырырға кәрәк. Әлбиттә, беҙ был мәсьәлә өҫтөндә эшләйбеҙ.
Автор:«Башинформ» | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: