Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
22+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
14 Мая 2012, 04:27
«Ҙур химия – 2012» форумында эре производство проекттарының презентацияһы үткәреләсәк
«Ҙур химия – 2012» халыҡ-ара форумы сиктәрендә «Русгидро – Альстом» предприятиеһы майҙансығы төҙөлөшөн һәм энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркын асыу планлаштырыла. Бынан тыш, Стәрлетамаҡта водород пероксиды һәм натрий перкарбонаты производствоһы проектының презентацияһы ла көтөлә. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, унда сеймал етештереү өсөн бөтә нәмә - яңы производстволар өсөн үҫешкән инфраструктура, буш территориялар бар. Шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә акрил кислотаһы һәм акрилаттар етештереү буйынса технологик комплекс тәҡдим ителәсәк, ә сит ил компаниялары яңы индустриаль майҙансыҡтар булдырыу буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ.
— Был технологик һәм логистик процестарҙың конфликтһыҙ үҫешенә булышлыҡ итә, — тип билдәләне Юрий Пустовгаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Өфөлә былтырғы форумды үткәргәндән һуң Салауатта газ химияһының баш ҡалаһы проекттарын, Салауат-Ишембай-Стәрлетамаҡ кластерын булдырыу буйынса проектты, Башҡортостанда, үҙебеҙҙең майҙандарҙа, «Сибур» компанияһының индустриаль паркын урынлаштырыуғә бәйле һәм башҡа проекттарҙы эшләүгә өлгәшелде.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
форумдар
ҙур химия
Читайте нас