Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Май 2012, 12:16
Республикала иң төҙөк ҡалалар һәм ауылдар билдәләнде
«2011 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Призерҙарҙы наградлау кисәһе, 11 майҙа, төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә үтте.
Еңеүселәр биш категорияла билдәләнде.
70 мең һәм унан да күберәк кеше йәшәгән муниципаль берәмектәр араһында иң төҙөк тип Октябрьский ҡалаһы танылды. Стәрлетамаҡ - икенсе, Салауат - өсөнсө урында.
50 меңдән алып 70 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар араһында иң яҡшыһы тип Туймазы танылды. Уларҙан һуң Ишембай һәм Күмертау килә.
Ҡалған категорияларҙа Учалы, Яңауыл һәм Ермолаев ауылы еңеүселәр тип танылды.
Еңеүселәр билдәләнгәндә халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты һәм күләме, ҡала һәм ауыл төҙөлөшөнөң архитектура һәм композиция йәһәтенән бөтөнлөгө, художестволы үҙенсәлелеге иҫәпкә алынды. Жюри ағзалары шулай уҡ тарихи-мәҙәни мираҫты һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлауға ла иғтибарын йүнәлтте. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә халыҡтың йәшәйештә кәрәкле объекттар менән тәьмин ителеше һәм уларҙың техник торошо ҙур роль уйнаны.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
төҙөкләндереү
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
конкурстар
Читайте нас