Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
08:47 (UTC+5), 05 Мая 2012

Мәләүез районында иген сәсеү тамамланды

Ғәлиә Нәбиева
Мәләүез районы эшсәндәре бөгөн, 5 майҙа, яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүҙе тамамланы, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Иген баҫыуҙарына бында 32500 гектар бүленгән. Был- Башҡортостанда төп культураны сәсеүҙе тамамлаған икенсе район.
Беренсе булып планды Ҡырмыҫҡалы хеҙмәтсәндәре үтәне. 3 майға улар иген культуралары сәсеүҙе осланы. Иген баҫыуҙары был районда 24300 гектарҙы биләй.
Параллель рәүештә ҡайһы бер райондар техник культуралар сәсеүҙе лә тамамлай. Әгәр элегерәк ауыл эшсәндәре шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағышҡа иген сәсеүҙән һуң ғына тотонһа, был миҙгелдә бөтә культуралар ҙа бер үк ваҡытта сәселә. Көнбағыш сәсеүҙе Әбйәлил һәм Миәкә райондары атҡарып сыҡҡан. Был райондарҙа ошо техник культураға 1200 га һәм 6000 га ер бирелгән.
Республика буйынса яҙғы сәсеү дөйөм алғанда 1 млн 28 мең гектарҙа (54 процент) үткән, шуларҙан иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары – 810 мең га майҙанда (67 процент), шәкәр сөгөлдөрө – 24933 гектарҙа (44 процент) һәм көнбағыш 82354 га майҙанда (63 процент) сәселгән.
Ямғырҙар арҡаһында сәсеү темптары һиҙелерлек кәмене. Һуңғы тәүлектә яҙғы сәсеү буйынса күрһәткестәр алдағы көн кимәлендә ҡалды, ә дөйөм үҫеш ни бары 3 процентты тәшкил итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика