06:54 (UTC+5), 04 Мая 2012

Йыл башынан алып Өфө янындағы йорттар һәм коттедждарға 18 процентҡа хаҡ артты

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфө янындағы йорттар һәм коттедждарға уртаса хаҡ квадрат метрына 29230 һумды тәшкил итә. Йыл башынан алып ул 18 процентҡа күтәрелгән. Һатыуға ҡуйылған бөтә йорттар буйынса тәҡдимдәрҙе ҡарап, иң арзан йорттоң - 170 меңгә (баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге дачалар), иң ҡыйбаты 35 миллионға (евроремонт эшләнгән коттедж) һатылыуы билдәләнде.
Күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенең мәғлүмәттәренә ярашлы, ер участкаһына уртаса хаҡ бер сутыйына 36760 һумға тиң. Участкалар хаҡы төрлөсә: 35 меңгә лә, 15 миллион һумға ла тәҡдим ителгәндәре бар.
Белгестәр билдәләүенсә, йәйгә табан Өфө халҡының ҡала яны объекттарына ҡыҙыҡһыныуы арта. Йорттар һәм участкаларҙы улар башлыса ҡаланан ситтә ял итеү өсөн ала. Шуға күрә ҡала халҡы күберәк күсемһеҙ милектең осһоҙыраҡ хаҡҡа тәҡдим ителгәндәрен эҙләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика