Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
05:59 (UTC+5), 25 Апреля 2012

Өс район аграрийҙары ужым культураларын туҡландырыуҙы тамамланы

Ғәлиә Нәбиева
Баймаҡ, Илеш һәм Хәйбулла райондары хужалыҡтары ужым культураларын туҡландырыуҙы тамамланы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Баймаҡ, Балаҡатай, Илеш, Ишембай, Миәкә һәм Федоровка райондары хеҙмәтсәндәре иһә дым ҡаплау эштәрен ослаған.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда тырматыуҙы тамамлаған 16 район иҫәпләнә, өс район – ужым культураларын, 13 район — күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу эштәрен тулыһынса атҡарып сыҡҡан.
Әле яҙғы баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәле. Тупраҡтағы дым запасы үҫемлектәргә июль-августа күҙалланған ҡоролоҡло осорға тиклем нығынырға мөмкинлек бирһен өсөн, ауыл эшсәндәре сәсеүҙе ҡыҫҡа агротехник сроктарҙа башҡарып сығырға тырыша.
Башҡортостандың аграр ведомствоһы башлығы Эрнст Исаев, 10 майға төбәктә иген сәсеп бөтөләсәк, тип иҫәпләй. Әле республика баҫыуҙарында 14 меңдән ашыу трактор эшләй. Сәсеү ике сменала алып барыла. 178 мең гектар майҙанда (планда ҡаралғандың туғыҙ проценты) яҙғы сәсеү үткәрелгән, шул иҫәптән 156 мең гектарҙа яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән (планлаштырылғандың 13 проценты).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика