Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Апрель 2012, 15:09

Башҡортостанда туристик миҙгел асыла

Байрам алдынан, 29-30 апрелдә, Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яҙғы-йәйге туризм миҙгелен асыу тантанаһы үтәсәк. Был уңайҙан туристар Һаҡмар йылғаһы буйлап һалда ағып төшөргә ниәтләй.
Былтыр ошондай уҡ сарала республика ҡалаларынан тыш, Екатеринбургтан, Пермдән, Ырымбурҙан, Силәбенән, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан һыу туризмы менән мауығыусылар ҡатнашҡайны. Туристик миҙгелде асыу район һәм республика тормошондағы ҙур ваҡиғаға әүерелде, унда ҡатнашыусыларҙа матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Был йоланы дауам итеп, 29 апрелдә Йылайыр районындағы миҙгелде асыу тантанаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәр йыйыла.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, туристарға туҡланыу өсөн экологик яҡтан таҙа тәбиғи аҙыҡ-түлек, башҡорт милли аш-һыуҙары тәҡдим ителәсәк.
Автор: Любовь Колоколова
Теги: туризм
Читайте нас