Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Апрель 2012, 12:45

Төбәктәге ауыл хужалығы предприятиелары 17 мең тонна ашлама туплаған

Төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында 17 мең тоннанан ашыу ашлама тупланған, тип хәбәр иттеләр республиканың аграр ведомствоһы матбуғат хеҙмәтендә. Аграрийҙар минераль ашлама ташыуҙы дауам итә. Яҙғы сәсеү осоронда игенселәр сәсеүлектәргә 46,2 мең тонна минераль ашлама индерергә тейеш.
9 апрелгә ҡарата Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Туймазы райондары хужалыҡтары тейешле күләмдәге минераль ашламаның яртыһын ҡайтарып бөткән. Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында планлаштырылғандың 92 һәм 89 проценты күләмендә уңдырышлыҡты арттырыу саралары тупланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: кисә Күгәрсен районы аграрийҙары ашламалар запасын ҡуллана башланы ла инде. Унда күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға төштөләр.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас