Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
07:13 (UTC+5), 22 Март 2012

Республика предприятиелары сәсеү кампанияһын аванслай

Ғәлиә Нәбиева
Эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары яҙғы сәсеү алдынан республика аграрийҙарына әүҙем ярҙам итә. Мәҫәлән, «Мәләүез һөт-консерва комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте яҙғы баҫыу эштәрен аванслауға 100 млн һумға яҡын аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Предприятиеның Кушнаренко, Стәрлебаш, Мәләүез, Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Йылайыр райондарында халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу өлкәһендә берлектә әүҙем эшләү буйынса ыңғай тәжрибәһе бар.
Бөгөн предприятие 22 район менән хеҙмәттәшлек итә, беҙҙең республикала ғына 153-ләгән хужалыҡтан һөт һатып алына.
БР Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ике айҙа Мәләүез предприятиеһы 9586 тонна һөт етештергән, шул иҫәптән халыҡтан 142 тонна һөт һатып алынған. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда һөт әҙерләү 130 процентҡа артҡан. Халыҡтан һөт йыйыу махсус структур бүлексәләр, шулай уҡ штаттағы һөт йыйыусылар менән башҡарыла.
Былтыр халыҡтан 5020 тонна һөт йыйып алынған. Мәләүез һөт-консерва комбинаты тапшырылған һөт өсөн 44 млн 200 мең һум аҡса күсергән. Һөт республика райондарының 73 ауыл хакимиәтендә һәм айырым кешеләрҙән йыйылған. Һөт йыйыусылар тейешле йыуыу, фильтрлау материалдары, флягалар, һөт үлсәгестәр менән даими тәьмин ителә, эштәрендә күсмә һөт ҡабул итеү пункттары ҡулланыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика