Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март 2012, 16:02

«Башнефть» берҙәм акцияға күсә

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлендек предприятиеларын — «Өфө нефть эшкәртеү заводы», «Новойл» («Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы»), «Өфөнефтехим», «Башкирнефтепродукт» һәм «Ырымбурнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрен ҡушыу аша үҙгәртеп ҡороу программаһын башлауы тураһында иғлан итте. Был турала үрҙә һаналған йәмғиәттәр директорҙары советының ултырышында билдәле булды.
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы компанияға үрҙә күрһәтелгән бүлендек йәмғиәттәрен ҡушыу тураһындағы килешеүҙе һәм уларҙың «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының ҡиммәтле ҡағыҙҙарына алмаштырыла торған акцияларының коэффициентын алдан хуплаған. Директорҙар советы үҙгәртеп ҡороу өсөн тауыш бирмәгән йәки ҡаршы тауыш биргән «Башнефть» акционерҙарының талабы буйынса һатып алынырға тейешле ҡәҙимге һәм өҫтөнлөклө беренсел акцияларҙың хаҡын да билдәләгән.
— «Башнефт»тең берҙәм акцияға күсеүе компания эшмәкәрлегенең үтә күренмәлелеген арттырыуҙы, уның һөҙөмтәлелеген һәм корпоратив идара итеү сифатын күтәреүҙе маҡсаты итеп ҡуя, — тип белдерҙе Директорҙар советы рәйесе Александр Гончарук. — Мөмкин тиклем асыҡлыҡ принциптарында һәм һис шикһеҙ ҡиммәтле ҡағыҙҙар хужаларының барыһының да хоҡуҡтарын күҙәтеп үткәреләсәк үҙгәртеп ҡороу бүлендек йәмғиәттәребеҙҙең миноритар акционерҙарына «Башнефть» компанияһының ликвидлыраҡ акциялары хужаларына әйләнергә һәм тотош компанияның финанс эшмәкәрлегендә ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк.
Компанияның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, үҙгәртеп ҡороу был акционерҙарға айырым бүлендек ойошманың ғына түгел, дөйөм алғанда бөтә компанияның финанс эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрендә ҡатнашыу мөмкинлеге бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта компанияға ҡушылыусы йәмғиәттәрҙең миноритар акционерҙары үҙгәртеп ҡороуға ҡаршы тауыш бирә йәки бөтөнләй тауыш бирмәй икән, уларҙың, киренән һатып алыу процедураһы сиктәрендә акцияларын һатып, «Башнефт»тең бүлендек йәмғиәттәренә һалынған инвестицияларын икенсегә алмаштырыу мөмкинлеге буласаҡ.
Бүлендек предприятиеларҙы берләштереү холдинг структураһын ҡулайлаштырырға мөмкинлек бирәсәк, был иһә компания эшмәкәрлегенең үтә күренмәлелеген арттырыуға, корпоратив идара итеү сифатын һәм капитал һалыуҙарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Үҙгәртеп ҡороу тамамланғандан һуң «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте компания эшмәкәрлегенең нефть сығарыу, эшкәртеү, нефть һәм нефть продукттарын һатыу кеүек барлыҡ бизнес-йүнәлештәренең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыусы берҙәм операцион ҡарарҙар ҡабул итеү үҙәгенә әйләнәсәк.
Үҙгәртеп ҡороу процесын ағымдағы йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: