Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар 2012, 13:45

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең баш хеҙмәт инспекторы Юрий Герций менән осрашты

25 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Герций менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында халыҡ мәшғүллеге, хеҙмәт ҡануниәте өлкәһендә контроль-күҙәтеү хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Төбәктәге эшһеҙлек хаҡында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов хәлдең яйлап көйләнеүен билдәләне. «Был мәсьәләне үҙебеҙ хәл итәбеҙ, эш урындары булдырабыҙ», тине ул.
«Хеҙмәт хаҡын түләү буйынса үҙ өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Былтыр беҙ эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ мәсьәләһен төп бурыстар тип билдәләгәйнек. Эшһеҙлек кимәленең түбәнәйеүе хаҡында әйтеп үттем инде. Хеҙмәт хаҡы буйынса ла алға китеш бар, 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса уртаса эш хаҡы яҡынса 13 процентҡа артты», - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта Президент Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән артта ҡалыуыбыҙ хаҡында әйтте һәм 40 процентын ауыл кешеләре тәшкил иткән республика халҡы структураһы тураһында һөйләне.
«Ундағы халыҡ эш хаҡын әҙерәк, яҡынса 8-9 мең, ала, һәм һәр ваҡыт аҡсалата ла бирмәйҙәр. Нефть сығарыусы сәнәғәт төбәге булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, уртаса эш хаҡы беҙҙә 18 мең һум тәшкил итә. Беҙҙең өсөн был проблема. Бындай хәл Совет осоронда ла булған. Шул осорҙағы Планлаштырыу буйынса дәүләт комиссияһы етәксеһен саҡырып һөйләшкәндә, ул был мәсьәләнең элек тә һәм әле лә булыуын билдәләне. Уҡытыусыларҙың, табиптарҙың эш хаҡы билдәләнгән стандарттарға яҡынлашты ла инде», - тине Башҡортостан Президенты.
Ул шулай уҡ Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһенә, «уҡытыусыларҙың уртаса хеҙмәт хаҡы кимәле уртаса республика кимәленә етмәй әле, әммә беҙ уны 30 процентҡа арттырҙыҡ», тип хәбәр итте. «2012 йылда был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ. Табиптар буйынса ла шул уҡ хәл. Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу сиктәрендә күпселек хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы арттырылды, әммә камиллыҡтың сиге юҡ, тиҙәр. Шуға күрә хеҙмәт хаҡын арттырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ әле».
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү буйынса пландар менән таныштырҙы. Был өлкә, уның фекеренсә, иң проблемалыларҙың береһе иҫәпләнә. «Был өлкәлә артабан нисек эшләйәсәгебеҙ билдәле: ауыл хужалығын индустриялаштырыу, ауыл хужалығы производствоһы буйынса ҙур үҙәктәр булдырыу, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү. Быларҙың барыһы ла беҙҙә етешмәй», - тип һыҙыҡ аҫтына алды ул.
«Хеҙмәт хаҡын түләүҙе тотҡарлау буйынса ғәҙел, асыҡ эш итәбеҙ», - тип белдерҙе Президент. «Ҡайһы берәүҙәр банкротҡа әүерелгән предприятиелар күрһәткестәрен иҫәпкә алмай. Беҙ иһә барыһын да күрһәтәбеҙ. Беҙҙәге барлыҡ бурыс 115 миллион һум тәшкил итә. Ваҡытында түләнмәгән бурыстар буйынса 28 ойошма бар, уларҙың 50 процентынан ашыуы – ул 10-12-шәр йыл бурыслы булған банкротҡа әүерелгән предприятиелар. Был хәлде көйләһәк тә, теләгәнсә тиҙлектә уны хәл итеп булмай. Әлбиттә, прокуратура, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеге әүҙемләштерелде», - тип билдәләне Президент.
Хеҙмәт һаҡлау шарттары мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленде. «Был өлкәлә лә ҡатыраҡ талаптар ҡуйылды, акционерҙар, компания етәкселәре менән эшләйбеҙ. Эш урындарын аттестациялау менән шөғөлләнергә кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттары беҙҙең өсөн мөһим», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
«Ҡайһы бер һорауҙар буйынса һеҙҙән ярҙам кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте Юрий Герцийға республика башлығы. – Был, тәү сиратта, хоҡуҡтарҙы федераль кимәлдән республикаға бүлеп биреү. Шулай уҡ методик ярҙам да кәрәк. Беҙгә ҡарата насар мөнәсәбәттә түгелһегеҙ, тип ышанам. Унан да бигерәк, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең тығыҙыраҡ булыуын теләйем, күп йылдар дауамында килешеп эш итергә тәҡдим итәм», - тине Рөстәм Хәмитов.
Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Герций, «республика, бында эшләгән халыҡ мәшғүллеге һәм дәүләт хеҙмәт инспекцияһы органдары дөйөм алғанда Рәсәй Федерацияһында яҡшылар иҫәбендә. Иҡтисади үҫеш, шулай уҡ дәүләт халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте селтәре йәһәтенән субъекттың ябай булмауын аңлайбыҙ. Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре һаны буйынса һеҙ – беренсе урында, һеҙҙән һуң Алтай һәм Дағстан килә. Дәүләт хеҙмәттәренең тулы кимәлдә күрһәтелеүенә, әлбиттә, айырыуса иғтибар бүләбеҙ», - тине Юрий Герций.
Ул үткән йылдарҙа етди иҫкәртеүҙәрҙең булмауын билдәләне. «Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте линияһы буйынса 2009 һәм 2011 йылдарҙа ике тикшереү үткәрҙек, һәм 2009 йылда булған тәнҡитле иҫкәртмәләр 2011 йылда ҡабатланманы. Әле лә халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса хоҡуҡтарҙың тулыһынса субъекттар ҡарамағында булыуы – сифат, хеҙмәттәр менән ҡулланыу йәһәтенән яҡшы аҙым», - тип билдәләне федераль ведомство башлығы.
Автор:Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: