08:11 (UTC+5), 12 Января 2012

Башҡортостан аграрийҙары «Йәшел аҙна - 2012»гә әҙерләнә

Ғәлиә Нәбиева
20-29 ғинуарҙа Берлинда 77-се «Йәшел аҙна — 2012» халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһе үтәсәк. Рәсәй делегацияһын (уның составында Башҡортостан вәкилдәре лә бар) быйыл Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры Елена Скрынник етәкләйәсәк. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Берлиндағы халыҡ-ара форумда республиканың ике предприятиеһы үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк. Улар - «Башспирт» һәм Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, абруйлы форум һөҙөмтәләре буйынса үткән йылда тәҡдим ителгән продукцияның юғары сифаты һәм бай ассортименты өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы «Йәшел аҙна» ойоштороусыларының махсус бүләктәренә лайыҡ булғайны. Шулай уҡ Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, «Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡорт дәүләт аграр университетының биология, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ кафедраһы Рәсәй экспозицияһында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһенең иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләнгәйне.
Бына инде 16 йыл дауамында Рәсәй Берлин күргәҙмәһендә ҡатнаша, ауыл хужалығы өлкәһендәге инновацион технологияларын, проекттарын, иң яҡшы милли аҙыҡ-түлек тауарҙарын тәҡдим итә. Рәсәй экспозициялары ғәҙәттә 6000 квадрат метр майҙанлы айырым павильон биләй. 2011 йылда 140 инвестицион проект тәҡдим ителгән.
Күргәҙмә сиктәрендә 300-ҙән ашыу симпозиум, семинар, форум, комитет ултырышы үткәреү планлаштырыла. 2012 йылда «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһендә донъяның төрлө илдәренән 415000 кеше ҡатнашасаҡ, тип фаразлай ойоштороусылар. Быйыл күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн 1635 ойошма заявка биргән. Үҙ экспозицияларын 40 илдән рәсми делегациялар тәҡдим итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика