Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ғинуар 2012, 14:23
Яңы йыл каникулдарында һәр һыйырҙан тәүлегенә 7,9 кг һөт һауылған
Башҡортостанда яңы йылдың тәүге аҙнаһында һәр һыйырҙан тәүлегенә 7,9 кг һөт һауып алынған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 300 грамға күберәк. Аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 30 райондың малсылары былтырғыға ҡарағанда һөт етештереүҙе арттырған. Тәүлегенә иң юғары һауым — Саҡмағош районында — көнөнә 13,3-әр кг. Дүртөйлө, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Тәтешле һәм Өфө райондарында һәр һыйырҙан 10 килограмдан ашыу һөт һауыла.
Ғинуарҙың тәүге көндәренән алып Башҡортостан буйынса тулайым һауым 33299 тоннаны тәшкил иткән, шуларҙан 10979 тоннаһы – ауыл хужалығы предприятиеларына, ҡалғандары шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош малсылары йыл башынан алып 500 тоннанан ашыу һөт һауған.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
һауым
төҙөү
Читайте нас