Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Декабрь 2011, 12:40

Башҡортостан өлөшөнә Рәсәй халҡының 2,85 проценты тура килә

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте 2010 йылғы Бөтә
Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға йомғаҡ яһаны. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) йәмәғәтселек иғтибарына Башҡортостан буйынса йомғаҡтарҙы тәҡдим итте.
Шулай итеп, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата Башҡортостанда 4072292 кешенең даими йәшәүе билдәле.
Бынан тыш, республикала халыҡ иҫәбен алыу барышында Рәсәй Федерацияһында ваҡытлыса (бер йылдан кәмерәк) йәшәгән, сит илдә теркәлгән 1942 кеше иҫәпкә алынған.
Халыҡ иҫәбе буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округында – беренсе, ә Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында, Мәскәүҙән (11503,5 мең кеше), Мәскәү өлкәһенән (7095,1 мең кеше), Краснодар крайынан (5226,6 мең кеше), Санкт-Петербургтан (4879,6 мең кеше), Свердловск өлкәһенән (4297,7 мең кеше) һәм Ростов өлкәһенән (4278 мең кеше) ҡала, етенсе урынды биләй. Иң күп халҡы булған тәүге ун төбәк исемлегенә шулай уҡ Татарстан Республикаһы (3786,5 мең кеше), Силәбе (3476,2 мең кеше) һәм Төмән өлкәләре (3395,8 мең кеше) ингән.
Башҡортостан өлөшөнә ил халҡының 2,85 проценты һәм Волга буйы федераль округы халҡының 13,62 проценты тура килә.
2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда халыҡ һаны 32 мең кешегә кәмегән (0,8 процентҡа). 2002 һәм 2010 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу араһында, 1989 йылдың ғинуарынан 2002 йылдың октябренә тиклем, республика халҡы 161,2 мең кешегә, йәғни 4,1 процентҡа артҡан. Дөйөм алғанда Рәсәй Федерацияһында үткән йәниҫәптәр араһында халыҡ иҫәбе кәмегән: 1989 -2002 йылдарҙа 1,85 млн. кешегә (1,3 процентҡа); 2002 йылдан 2010 йылға тиклем – 2,3 млн. кешегә (1,6 процентҡа).
Һуңғы йәниҫәптәр араһындағы осорҙа Рәсәйҙең 63 субъектында кешеләрҙең кәмеүе күҙәтелә, ни бары 20 субъектта ғына даими йәшәүсе халыҡ иҫәбе артҡан. Белешмә өсөн: 1989 йылдан 2002 йылға тиклемге осорҙа Рәсәй Федерацияһының 66 субъектында халыҡ иҫәбе кәмегән, 23 субъектта иһә артҡан. Башҡортостан республикаһы һуңғылар иҫәбендә.
Дөйөм алғанда Рәсәйҙә миграция артыуы фонында халыҡ иҫәбенең тәбиғи кәмеүе теркәлгән (үлеүселәр тыуғандар иҫәбенән күберәк).
Башҡортостан буйынса йәниҫәптәр араһында тәбиғи кәмеүҙең 50 меңгә етеүе билдәле. Юғалтыуҙар миграцияның артыуы арҡаһында бер аҙ йомшара төшә. Республикала 1993-2008 йылдарҙа халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелһә, 2009-2010 йылдарҙа төбәктә тәбиғи артыу теркәлгән. Республикаға даими йәшәү өсөн күсеп килгән мигранттар бынан күсеп китеүселәрҙән һәр ваҡыт күберәк булып ҡала.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: