Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Декабрь 2011, 11:18
Йыл башынан алып Башҡортостанда 18 мең фатир төҙөлгән
Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып республикала дөйөм майҙаны 1700,5 мең квадрат метрға тиң 18 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Былтырғы кимәлгә ҡарағанда был 6,6 процентҡа күберәк. Республика халҡының 1000 кешеһенә иҫәптә 418 квадрат метр дөйөм торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.
Торлаҡ өлкәһе үҫеше күрһәткестәре элеккесә шәхси торлаҡ төҙөлөшө иҫәбенә формалаша. 11 айҙа шәхси йорт төҙөүселәр менән дөйөм майҙаны 1350,7 мең квадрат метрлыҡ 12 мең шәхси йорт төҙөлгән. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө 2010 йылдың ғинуар-ноябренә ҡарата 10,7 процентҡа артҡан. Ә дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡ майҙанында уның өлөшө 79,4 процентты тәшкил иткән.
Статистиктар иҫәпләүенсә, ауыл ерендә быйыл дөйөм алғанда – 740,6 мең квадрат метр торлаҡ йорт, республика ҡалаларында 959,9 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, былтырғы кимәлгә ҡарата был 102,1 һәм 110,4 процентҡа тиң.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
төҙөлөш
торлаҡ
статистика
Читайте нас