Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2011, 11:30

Башҡортостан менән Федераль финанс-бюджет күҙәтеүе хеҙмәте араһында килешеп эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

7 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Федераль финанс-бюджет күҙәтеүе хеҙмәте етәксеһе Сергей Павленко менән осрашты.
Осрашыу барышында Башҡортостан менән федераль учреждение араһында республикала финанс контролде ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу тәртибе стандарттарын ҡулланыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, шулай уҡ килешеп эш итеү буйынса пландар тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
— Өс ай элек башлаған эште дауам итәбеҙ. Килешеүҙәр әҙер, уларға ҡул ҡуйырға ла әҙербеҙ. Бергәләп бындай ҙур эш башлауыбыҙ – яҡшы эш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Сергей Павленко һүҙҙәренсә, «әлеге ауыр осорҙа төбәк һәм федераль структураларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе бик мөһим, айырыуса дәүләт финанс контроленең интеграцияланған системаһын булдырыу йәһәтенән».
— Был өлкәлә барыһы ла ябай түгел, һәм күпселек етешһеҙлектәребеҙ төбәк контроль органдары, төбәк хакимиәттәре, республика етәкселеге менән бәйләнеш булмауы айҡанлы килеп тыуа. Шуға күрә әлеге килешеү бындай системаны булдырыу өсөн ныҡлы нигеҙ буласаҡ, - тине Федераль финанс-бюджет күҙәтеүе хеҙмәте етәксеһе журналистарға интервьюһында.
Осрашыуҙа был эшкә йәмғиәт институттарын йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында ла һүҙ барҙы.
— Кешеләр беҙҙең нимәләр эшләгәнде белеп кенә ҡалмай, пландарҙы ла ҡуша тикшерһен, үҙ тәҡдимдәрен дә индерһен. Был бик мөһим, тип иҫәпләйбеҙ. Республика халҡы, ил граждандары илдә булған мәсьәләләрҙе хәл итеп булыуын һәм дәүләт органдарының граждандар мәнфәғәттәренән сығып эш итеүен белергә тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Павленко.
Ул шулай уҡ килешеүҙең нимәләрҙе күҙ уңында тотоуы хаҡында һөйләне.
— Беренсенән – был планлаштырыу кимәлендә килешеп эш итеү, был осраҡта федераль һәм республика структуралары бергә пландар төҙөй, әммә һәр ҡайһыһы үҙ йүнәлешендә. Икенсенән – был республикалағы хәлдәрҙең торошо тураһында берҙәм доклад булдырыу: финанслауҙың федераль секторында, финанслауҙың республика секторында. Өсөнсөнән – кемдең нимә эшләгәне аңлайышлы булһын өсөн эшмәкәрлектең берҙәм стандарттары буйынса эшләү. Дүртенсенән – бюджет средстволары менән эш итеү өлкәһендә республика һәм федераль структура етәкселәре эшмәкәрлегенә баһа биреү критерийҙарын булдырыу.
Төбәктәргә хоҡуҡтарҙы бүлеп биреү мәсьәләһенә килгәндә, Сергей Павленко былай тине: «Был беҙҙең килешеүгә ҙур әһәмиәт бирә, сөнки федерациялар, тапшырылған хоҡуҡтарҙы тәьмин итеү өсөн төбәктәргә средстволар бүлеп, үҙ контролен һаҡлап ҡалырға тырышасаҡ».
— Юридик йәһәттән был бик сетерекле мәсьәлә. Шуға күрә был йүнәлештә айырыуса әүҙем эшләргә һөйләштек, - тип хәбәр итте Федераль финанс-бюджет күҙәтеүе хеҙмәте етәксеһе.
— Шул уҡ ваҡытта беҙ муниципалитеттар кимәлендә тормошҡа ашырылған программалар хаҡында һөйләштек. Был торлаҡ фонды тарафынан үткәрелгән капиталь ремонт, ҡала юлдары һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү. Был мәсьәләләр айырыуса иғибар талап итә. Һәм был – Федерация менән республиканың берлектәге эше, шуға күрә быны бергә контролдә тотасаҡбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Павленко.
Автор:Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: