Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Октябрь 2011, 12:33
Башҡортостанда 1,3 млн «квадрат» торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған
Быйылғы йылдың ғинуар-сентябрендә иң күп торлаҡ республикала Өфөлә, Нефтекамала, шулай уҡ Өфө, Бәләбәй, Туймазы, Мәләүез һәм Бөрө райондарында төҙөлгән.
— Ни бары туғыҙ айҙа республиканың муниципаль райондарында - 770 мең квадрат метр, ҡала округтарында 512,5 мең квадрат метр (дөйөм күләмдән 40 процент) торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән, — тип хәбәр итте иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Лилиә Мәзитова.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығынан билдәләүҙәренсә, төбәктең 37 районында торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре буйынса ыңғай динамика күҙәтелгән. Иң юғары үҫеш – 2,6 тапҡыр – Илеш районында теркәлгән.
Бер мең кешегә иҫәптә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ биналарға килгәндә иһә, әлеге ваҡытта Өфө, Иглин, Бөрө һәм Бөйән райондарында иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
торлаҡ
төҙөлөш
Читайте нас