Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Октябрь 2011, 17:37
Өфөлә торлаҡ менән тәьмин ителгәнлек нормаһын арттырыу планлаштырыла
Торлаҡ менән тәьмин ителгәнлеккә килгәндә Өфөлә бер кешегә 20 квадрат метр тура килә. Был хаҡта Өфөлә Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы асылғандан һуң үткән брифингыла ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте.
— Был күрһәткес илдең башҡа мегаполистары араһында күпкә түбәнерәк, — тине ул. – Бүтән ҙур ҡалаларҙа был һан бер кешегә 22,6 квадрат метр тәшкил итә.
Владислав Никитиндың әйтеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында оҙайлы перспективала торлаҡ менән тәьмин ителеш нормаһын 26,5 квадрат метрға еткереү планлаштырыла.
Бынан тыш, беренсе вице-мэр, халыҡ торлаҡ һатып алырға әҙер, әммә уларға килемдәренең түбән булыуы ҡамасаулай, тип билдәләне. Яҡын арала бер нисә социаль, шул иҫәптән ипотека программалары, шулай уҡ торлаҡтың үҙҡиммәтен кәметеү буйынса программалар әҙерләнәсәк.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
күсемһеҙ милек
торлаҡ
Читайте нас