Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
11:02 (UTC+5), 17 Октября 2011

Рөстәм Хәмитов менән Игорь Левитин Өфөлә Затон биҫтәһенең урау юлын асты

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин
Өфөлә Затон биҫтәһенең магистраль автомобиль юлының тәүге участкаһы асылды. Юлды асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Федерацияһының транспорт министры Игорь Левитин һәм Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты.
— Юлдың яңы участкаһы Затонда транспорт хәрәкәтен яйға һалыр, тип ышанабыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов, юл төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп. – Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар теләйем, йыл һайын беҙҙә юлдарҙың яңы участкалары, трассалар, күперҙәр асылып торһон. Рәсәйҙең Транспорт министрлығы ярҙамында тап шулай булыр ҙа.
Юл төҙөүселәрҙе Игорь Левитин да ҡотланы.
— Затон биҫтәһенең магистраль автомобиль юлының икенсе сиратын, шулай уҡ яңы күпер төҙөү мәсьәләһен дә хәл итәсәкбеҙ, - тине министр. – Бүздәк районында ауыл юлын асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Быйыл Рәсәйҙә 500 километр ауыл юлы төҙөргә уйлайбыҙ. Уларҙың һигеҙе Башҡортостанда буласаҡ.
Игорь Левитин республиканың юлдар төҙөү буйынса пландарының күп булыуын һәм РФ Транспорт министрлығының был эштә төбәккә ярҙам итәсәген билдәләне.
Урау юл 2006 йылда төҙөлә башлаған. Шул ваҡыттан алып ағымдағы йылдың сентябренә тиклем дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштерелгән.
Юлдың оҙонлоғо – 21 километр, дөйөм киңлеге – 36,5 метр.
Башҡортостан Президенты журналистарға Рәсәйҙең Транспорт министрлығы менән бергә республикала тармаҡ үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелеүе хаҡында әйтте. Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов М5 һәм М7 федераль трассаларын реконструкциялауҙы дауам итеү кәрәклеген билдәләне.
— Быға ҙур ресурстар йүнәлтелгән, - тине Президент. – Бүздәк районында Комсомол ауылына һуҙылған юлды астыҡ. Ул ҙур түгел, әммә бик әһәмиәтле. Өфө аэропорты хаҡында ла һүҙ барҙы. Алда беҙҙе ҙур эштәр көтә.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика