Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
09:09 (UTC+5), 17 Октября 2011

Күмертауҙың бәләкәй авиация үҙәгенә әйләнеүе ихтимал

Әлфиә Шәрәфетдинова
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев Күмертауҙа үтә еңел вертолеттар һәм самолеттар етештереүҙе өҫтөнлөклө проект тип билдәләне. Ҡалала үткән эшҡыуарҙар форумында ул, еңел авиация етештереү ҙур алға китеш буласаҡ, сөнки донъяла бөгөн бындай аппараттарҙы ни бары унлаған компания етештерә, ә уларға булған һорау арта ғына барасаҡ, тип белдерҙе.
Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев үҙ сиратында, ҡала властары бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше өсөн, атап әйткәндә административ кәртәләрҙе бөтөрөү өлкәһендә бөтә шарттар ҙа булдырасаҡ, тип вәғәҙәләне.
«Башинформ»дың бығаса хәбәр итеүенсә, республика етәкселеге ҡарары менән Башҡортостанда бәләкәй авиация өҫтөнлөклө рәүештә үҫтереләсәк. Төбәктең иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавриндың әйтеүенсә, «еңел авиация кластеры республика үҫешенең принципиаль йүнәлеше булыуы ихтимал».
Был проектты Башҡортостан Сочила үткән халыҡ-ара инвестиция форумында ла әүҙем тәҡдим итте һәм федераль үҙәктән яҡлау тапты.
— Еңел авиация — республиканы башҡа төбәктәрҙән айырмалы итәсәк сегмент, — тип иҫәпләй Евгений Маврин. — Әгәр киләсәккә, 10 йыл алға ҡараһаҡ, вертолет транспорты — ул бик яҡшы маркетинг позицияһы, һәм беҙ бында беренсе урында була алабыҙ.
Проектта, атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы, шулай уҡ пилоттар уҡытыу һәм тармаҡҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнгән бер нисә структура ҡатнашасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика